Кисен Октябрьский ҡалаһының Комсомол урамындағы боролошта 33 йәшлек ир ВАЗ-2114 машинаһында ҡаршы килгән "Лада Приора"ға барып бәрелә.
Аварияла "Приора"ның пассажирҙары, 23 йәшлек егет менән 3 йәшлек малай, йәрәхәтләнә.
Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2650-нән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән, 53 иҫерек водителде тотҡан.