Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2021, 06:52

Учалы ҡыҙҙары ла хәтәр көслө!

Учалы ҡалаһы Ижад йортоноң тренажер залында шөғөлләнгән йәш пауэрлифтерҙар Магнитогорск ҡалаһында үткән асыҡ беренселектә ете миҙал яуланы!

Анжела Нуриева 52 кг тиклем ауырлыҡта һәм абсолют зачетта, Алсын Ғәбитов 66 кг тиклем ауырлыҡта, Антон Григорьев 74 кг тиклем ауырлыҡта һәм абсолют зачетта
"алтын" яулап, тренерҙары Серик Зәйнуллинды һөйөндөргән.
Лилиана Исламова 2009-2006 йылғы ҡыҙҙар араһында 63 кг ашыуыраҡ ауырлыҡта икенсе урын алған.
2003-2005 йылғы үҫмерҙәр араһында абсолют зачетта Алсын Ғәбитов "бронза" миҙал менән бүләкләнгән.
Афарин, учалылар!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас