Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2021, 09:47

Коронавирустан вакцинаны алдан яҙылмайынса алып буласаҡ

Өфөлә халыҡты вакцинациялау буйынса мобиль пункт астылар.

Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында, бөгөнгө көндән халыҡты коронавирустан вакцинациялау буйынса мобиль пункт эшләй башланы. Бында вакцинаны алдан яҙылмайынса, “тере сират”ҡа тороп алырға мөмкин буласаҡ. Был хаҡта хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
- Йыш осраҡта пункт төштән һуң эшләйәсәк, - тип билдәләне министр.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас