2014 йылда дәүләт эшенән китә һәм, туғандары менән кәңәш төңәш итеп, ҙур бизнесҡа тотонорға була. Йәнә төрлө өлкәне ҡапшап ҡарай: тәүҙә крәҫтиән фермер хужалығы аса, урман эштәре менән булыша, кейем һалым менән һатыу итә, унан парикмахер салоны, туңдырма киосктары аса. Хоҙай үҙенең яратҡан ҡолдарын һынар тигәндәй, геройыма был осорҙа нимә генә кисерергә тура килмәй. Үҙе йыйған хәләл аҡсаһын юҡҡа сығарһындармы, партнерҙары кәкре ҡайынға терәтеп китһенме, бурҙар туңдырма нөктәһен талаһынмы... Эшҡыуар төрлө һынау аша үтә. Рәшит бер осорҙа журналистикаға кире ҡайтып, «Аманат» республика үҫмерҙәр журналында эшләп ала. Әммә төрлө уңышһыҙлыҡҡа тарығандан һуң да бизнесҡа тотоноу уйынан кире ҡайтмаған була. Киләһе эшен ул уйлабыраҡ, ябайыраҡ өлкәнән башлай. Тормош иптәше менән аҡбур һатыу буйынса онлайн бизнес асып ебәрә. «Бизнес йәмғиәттең, кешеләрҙең ниндәйҙер проблемаһын хәл итергә тейеш. Мәҫәлән, ҡатыным йөклө сағында аҡбур ашаны, ниндәйҙер витамин етмәгән, күрәһең. Шулай итеп, хәләл ефетем ошо эшкә тотоноп китте. Мин уға ярҙам итеп ебәрҙем. Тәүге осорҙа кешегә нимә менән шөғөлләнеүебеҙҙе әйтергә уңайһыҙланып та йөрөнөм», – ти Рәшит. Бөгөн был бизнес өс балалы ғаиләгә мул тормошта йәшәргә мөмкинлек бирә икән, уның яҡшылығынан башҡаһы юҡтыр. Әле ярайһы һөҙөмтәләргә лә ирешкән улар. «Бизнес – бик ҡатмарлы донъя. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫмаһаң, табышыңдан ҡолаҡ ҡағыуың да ихтимал. Ә бының