Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2021, 06:20

Быйыл ташҡын нисек булыр?

Яҡынса фараз бар ҙа ул. Тик һәр ваҡыт көтөлгәнсә килеп сыҡмай шул... Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө кәңәшмәһендә әйтеүҙәренсә, фараз буйынса һыуҙың иң ҙур кимәле норманан 10 процентҡа түбәнерәк булыуы ихтимал.

БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡты мониторингылау буйынса идаралыҡ начальнигы Вилора Горохольская белдереүенсә, барыбер дала һәм тау йылғалары буйындағы тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуы мөмкин. Теүәлерәк мәғлүмәттәр 25 марттан һуң буласаҡ.
Башҡортостандың МЧС, Экология министрлыҡтары, башҡа яуаплы ведомстволары ташҡынды ҡаршылауға әҙер.
Халыҡҡа ла (айырыуса һыу баҫыу хәүефе булған яҡтарҙағы) әҙер булырға һәм һаҡланырға кәрәк.
Тәбиғәттең алда нимә эшләрен белмәйбеҙ...
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас