Екатерина исемле ҡатын йөклөлөгөнөң 31-се аҙнаһында эсенән түҙмәй Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто табиптарына мөрәжәғәт итә. Тикшереү уҙғарғандан һуң, ауырлы пациенттың аналығында ҙур яра барлыҡҡа килеүе асыҡлана.
Табиптар ҡатынға ҡатмарлы әмәлиәт — лапаротомия яһарға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә уның яраһын тегеп, йөклөлөгөн тағы ла бер айға оҙайталар.
«Был беҙҙең икенсе көтөп алған балабыҙ. Улыбыҙ һау-сәләмәт булып донъяға килде. Табиптарға мөғжизә тыуҙырғандары өсөн рәхмәт. Улар минең илау-һыҡтауҙарымды түҙҙе, хәленән килгәнсә ярҙам итте», — тип яҙа ҡатын.
Баһадир малай 38-се аҙнала донъяға килгән, ауырлығы – 2,7 килограмм, буйы – 49 сантиметр. Әсәй сабыйы менән дүрт көн үтеүгә дауаханан сыҡҡан.