Учалы районының Октябрьск ауылында, Иглин районының Көршәк ауылында, Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында йорттар янған,
Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында мунсаның яна башлаған түбәһен һүндереп өлгөргәндәр.
Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында, Баймаҡ районының Түбә ауылында һарайҙарға ут тоҡанған.
Өфө районының Нурлы ауылында, Стәрлетамаҡ районының Рязановка ауылында, Балтас районының Һәйтәк ауылында мунсалар янған. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында мунсаның түбәһе менән стеналары, Баҡалы районының Нуғайбәк ауылында мунсаның түбәһе янған.
Туймазы ҡалаһында - еңел автомобилдең, Өфөлә микроавтобустың "башына" ут еткән.
Күгәрсен районының Йомағужа ауылында - ҡаралты, Өфө ҡалаһында төҙөлөш вагоны янған һ.б.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.