Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2021, 10:44

Бер ҡап тәмәке өсөн быуып үлтергән

Был ҡот осмалы хәл Ҡыйғы районында була.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда суд Ҡыйғы районында йәшәүсе ирҙе хөкөм итте. Ул 2019 йылда кеше үлтергән.
Билдәле булыуынса, шул йылдың март айында ул төрмәнән сыҡҡан һәм Үрге Ҡыйғы ауылындағы 70 йәшлек танышында ваҡытлыса йәшәй башлай. Ике көн рәттән улар икәүләп хәмер эсә, бынан һуң ир ҡатындан тәмәкелек аҡса һорай, әммә тегеһе бирмәй.
Эсеүҙән алйыған ир хужабикәнең янсығынан 980 һум тартып сығара. Ҡатын аҡсаны кире ҡайтарырға маташа, шул ваҡытта ир уға бер нисә тапҡыр һуға һәм яулыҡ менән быуып үлтерә. Артабан билдәһеҙ тарафҡа ҡаса.
Ҡулға алынғандан һуң ул ғәйебен таный. Хәҙер уны махсус режимлы төрмәлә 19 йыл көтә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас