2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың ете ҡалаһында рөхсәт ителгән концентрацияның артығырыраҡ булыуы асыҡланған. Килдюшованың докладына ярашлы, Дәүләкәндә — 3,75% процентҡа артығыраҡ, Салауатта – 0,52%, Стәрлетамаҡта – 0,47%, Ишембайҙа – 0,45%, Өфөлә – 0,36%, Благовещендә – 0,25%, Туймазыла – 0,021%.
Һауа башлыса нимәнән бысрана? Мәҫәлән, Салауат ҡалаһы атмосфераһында этилбензол буйынса рөхсәт ителгән концентрация биш тапҡырға артығыраҡ булыуы билдәләнгән. Благовещенда хлорбензол – 5%, Стәрлетамаҡта формальдегид – 15%, Өфөлә гидроксибензол – 2,7%.
– Бихисап тикшеренеүҙәр раҫлауынса, тын юлдары ауырыуҙары һауаның бысраҡ булыуы арҡаһында килеп сыға. Мәҫәлән, Өфөлә тын юлдары ауырыуҙары тәүге урында тора. 2015 йылда 20 процент сирләү осрағы теркәлгән, ә 2019 йылда – 44 процент. Стәрлетамаҡта ла шундай уҡ хәл, 2015 йылда 41 процент булһа, 2019 йылда – 45,5 процент, – тип билдәләй белгес.