Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2021, 13:30

"Атайсал - кесе Ватан" проекты аша - спорт байрамы

Сығыштары менән Салауат районының Тирмән ауылынан булған ағалы-ҡустылы Әнүәр һәм Айҙар Әлибаевтар менән Булат Шәрәфетдинов 2014 йылда атайҙарының иҫтәлегенә саңғы фестивале үткәрергә булған. Киров исемендәге колхоздың элекке рәйесе Әсфәт Әлибаевҡа һәм мәктәп директоры Камил Шәрәфетдиновҡа арналған был сара район эсендә оло ваҡиғаға әйләнде. Быйыл спорт байрамы етенсегә үтте һәм "Атайсал - кесе Ватан" проектынан ярҙам алды. Һөҙөмтәлә унда республиканың төньяҡ-көнсығышы ҡатнаша алды. ⏬

«Атайсал» проектына БР Башлығы Радиц Хәбиров башланғыс биргән. Унда үҙ ауылдарына ярҙам итеү өсөн меценаттар йыйыла. Шулай уҡ һәр теләүсе ҡатнаша ала - бының өсөн https://ataisal.ru порталында теркәлергә кәрәк.
Проект 1 мартта старт алды. Уның сайтына 73 ғариза килгән, 37-һе тикшерелгән һәм уларға ҡушылырға мөмкин.
Читайте нас