Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2021, 11:45

70 ил вәкилдәре ҡатнаша

Башҡортостанда «Фольклориада – 2021» быйыл 3 – 10 июлдә үтәсәк.

Дүрт йылға бер мәртәбә үткәрелә торған «Фольклориада» эстафетаһын Рәсәй ҡабул итеп алғайны. Әммә донъяла коронавирус таралыу сәбәпле, уны уҙғарыу кисектерелде.
Башҡортостан юҡҡа ғына донъя кимәлендәге был мәртәбәле сараны үткәреү урыны итеп һайланманы, сөнки беҙҙә ҡеүәтле мәҙәни потенциал, ситтәргә күрһәтер мәҙәни мираҫыбыҙ, фольклорыбыҙ ҙа, тейешле инфраструктура бар. Өҫтәүенә, төрлө илдәрҙән, Европанан, Азиянан самолетта осоп килеү ҙә уңайлы.
Башҡортостанда «Фольклориада – 2021» быйыл 3 – 10 июлдә үтәсәк. Унда донъяның 70 иленән киләсәктәр. Төрлө ил халыҡтарын берләштергән мәҙәни саралар республиканың 35 төбәгендә үтә. Байрамды тантаналы асыу 3 июлдә «Өфө– Арена»ла планлаштырылған. 4 июлдән "Фольклориада йөрәге" фестивале башланасаҡ. Унда донъяның фольклор коллективтары һәм этно-музыка йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. 200 милләт ҡатнашҡан хоровод та буласаҡ. Конгресс-холда күргәҙмәләр эшләйәсәк.
Фото:Т. Аманов.
Читайте нас