Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2021, 14:10

«Өфө» - «Рубин» - 0:3

Рәсәй Премьер-лигаһының 22-се турында «Өфө» командаһы дәғүәсеһенә отолоп, турнир таблицаһындағы хәлен йәнә мөшкөләйтте.

Хәҙер улар элитала ҡала торған зонанан 12 мәрәйгә ҡалыша. Эштәр былай барһа, быйыл моғайын стык уйындарына ла эләкмәй, Премьер-лига менән хушлашыр.
2014 йылда «Өфө» клубы элитаға сығып, бөгөнгә тиклем етенсе миҙгел рәттән сығыш яһай. Тәүге ике беренселектә 12-се урын алып, өсөнсө йылына юғары етенсе урынды яулай. Ә инде киләһе миҙгелдә, хатта алтынсы булып, Рәсәй беренселеге һөҙөмтәһе буйынса Европа лигаһының квалификацион бәйгеһендә лә ҡатнаша. Былтыр туғыҙынсы булғайны.
фото: ТАСС.
Читайте нас