«Өфө» командаһы ут күрешебеҙҙең «Рубин»ын ҡабул итәсәк. Ҡазан клубы һуңғы арала уңышлы сығыш яһап, 34 мәрәй менән турнир таблицаһының һигеҙенсе баҫҡысына менеп баҫты. Ә инде беҙҙекеләр ҡабат 15-се урынға төшөп торҙо. Сөнки йәнәш килгән «Арсенал» уйынсылары ЦСКА-ны алдырып, 17 мәрәй менән «Өфө»нән бер баҫҡысҡа юғары күтәрелде. Ғөмүмән, кисә уҙған осрашыуҙарҙа, «Спартак» командаһы «Динамо»ны 2:1 иҫәбенә отоп, «Зенит»тан дүрт мәрәйгә ҡала икенсе урынға күтәрелде. Ә инде әрме клубы өсөнсөгә төшөп торҙо.