Бер генә уҡыусыһы ситтә өндәшмәй тора икән.
– Һиңә нимә булды? Башҡа уҡыусылар ҡыйыулыҡ күрһәткәндә ниңә ситтә тораһың?
– Ғәфү итегеҙ мине... – уҡыусыһы аптыраулы күҙҙәрен остазына төбәгән. – Һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәп булмай! Сөнки бер кеше лә күрмәҫлек ер юҡ бит. Яңғыҙ булғанда ла үҙем күрәм! Миңә үҙемде кеше талаусы итеп күреүгә ҡарағанда, хәйер һорашыусы итеп күреү яҡшыраҡ...
Был һүҙҙәрҙән Остаздың ҡараштары яҡтырып киткән:
– Һай, мин – бәхетле! Исмаһам, бер уҡыусым мине аңлаған!
Ҡалған йәштәр, уҡытыусыларының үҙҙәрен һынауын белеп, оялыштарынан башын эйгән.
Шул ваҡыттан һуң, баштарына ниндәй насар уй килә, уны тормошҡа ашырмаҫ өсөн “үҙем күрәм” тигән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөргәндәр.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.