Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2021, 05:53

Янғын иҫкәртеүсе ҡорамал ғүмерҙәрҙе һаҡлай

Стәрлебаш районы Айдарәле ауылының Ленин урамында киске сәғәт ун берҙә янғын сыға.

Янғын башланғас, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал сыйылдарға тотона (уны, әйткәндәй, Айдарәле ауыл советы хакимиәте йортҡа 2020 йылдың октябрендә ҡуйған була).
Приборҙың тауышын күрше йортта йәшәгән Илвер Бәҙретдинов ишетеп, йүгереп килә, ут ялмаған өйҙөң тәҙрәһен ватып инеп, йорт хужаһына, 1960 йылғы иргә, өйҙән сығырға ярҙам итә.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы кешене үлемдән ҡотҡарған Илвер Бәҙретдиновты бүләкләүҙе хәстәрләй.
Ә һеҙҙең йортҡа янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылғанмы, дуҫтар?
Фото: 02.mchs.gov.ru
Читайте нас