Уның авторы – Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, йәмәғәт эшмәкәре Василий Зарабелов. Проект күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороуға, уларҙы спортҡа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Был хаҡта «Башньюс» порталы хәбәр итә.
Депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре әйтеүенсә, бушлай күнекмәләрҙе билдәле тренерҙар уҙғарасаҡ. Мәҫәлән, билдәле спортсы Джефф Монсон ҡатнаш көрәш, джиу-джитсу түңәрәген алып барасаҡ. Шулай уҡ үҫмерҙәр өсөн билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған.
– Мин бындай проектта тәүге тапҡыр ҡатнашам, әммә йәш быуын менән даими эшләйем, тәжрибәм ҙур, тиергә мөмкин. Үҙем 4 бала атаһы булараҡ, балаларҙы бәләкәй саҡтан спортҡа йәлеп итеү яҡлымын. Сөнки спорт кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да тәрбиәләй. Һынауҙар алдында бирешмәҫкә өйрәтә, – тип белдерә джиу-джитсу буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон.