Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2021, 11:02

Көтөлмәгән бүләк

Өфөлә церебраль фалиж менән ауырыған 15 йәшлек ҡыҙға 150 мең һумлыҡ колляска бүләк иткәндәр.

Софья Журавлеваға колясканы бала сағында алалар, хәҙер ҡыҙыҡайға уның ярҙамында хәрәкәт итеү мөмкин түгел. Сөнки ҡорамал иҫкереп-туҙып бөткән. Ә заманса коляскалар бик ҡиммәт, уны алыуға ғаиләнең аҡсаһы бик аҙ. Бер нисә йыл буйы шулай Софьяның хыялы тормошҡа ашмай. Яңыраҡ уның әсәһе «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәһе ағзаларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Бүлексә ағзаларының береһе, «Башторгсервис» фирмаһы директоры Рөстәм Сахабетдинов ҡатындың үтенесе кире ҡаҡмай, ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырырға һүҙ бирә. Ул шәхсән үҙе кәрәкле ҡорамалға заказ бирә, барып ала. Ошо көндәрҙә Рөстәм Мөхәммәт улы колясканы ғаиләгә тапшырған.

Софья көтөлмәгән бүләктән бик ҡәнәғәт ҡалған. Әле ул колясканы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һынап ҡарарға ла өлгөргән. Бынан тыш, тиҙҙән ҡыҙ әсәһе менән шифаханаға барасаҡ. «Шифаханала ҡыҙыбыҙ үҙаллы иркенләп йөрөй аласаҡ, ниһайәт. Изге күңелле кешеләргә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!» – ти Софьяның әсәһе.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас