Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2021, 15:30

"ПолитСтартап" партия проекты старт алды

Ул "Берҙәм Рәсәй"ҙең кадрҙар проекты булып тора һәм алдан тауыш биреүҙә тәүгә ҡатнашырға теләүселәр өсөн ойошторола. ⏬

Проектта быға тиклем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек алып бармаған 35 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Уларҙы партия баш ҡала Советына һайлауға праймеризда ҡатнашыуға әҙерләйәсәк, еңгән осраҡта муниципаль һайлауҙарға "Берҙәм Рәсәй"ҙән кандидат ителәсәк.
Ҡатнашыусылар 11 марттан 3 майға тиклем проект сайтында теркәләсәк. 1-30 апрелдә улар онлайн-офлайнда төбәк уҡытыусылары менән уҡыясаҡ. Һәр дәғүәсегә сайттағы әүҙемлеге өсөн рейтинг һаналасаҡ. Уҡытҡандан һуң йәштәр партияның праймеризында (датаһы тиҙҙән билдәле буласаҡ) ҡатнаша аласаҡ.
Ҡыҙыҡһыныусылар түбәндәге һылтанма буйынса үтеп теркәлегеҙ: https://politstartup.er.ru/
Читайте нас