- Ойоштороусылар ғына түгел, байрамда ҡатнашырға килеүселәр бик ентекле әҙерләнгәйне - ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине! Сара төрлө уйындар, йырҙар, шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Был байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Иншар Вәлитов.