Дөйөм алғанда 13 меңдән ашыу кеше 22 ғинуарҙан 5 мартҡа тиклем ярышта ҡатнашырға ғариза биргән, шуларҙың һәр етенсеһе - беҙҙән.
Буласаҡ лидерҙар тәүҙә март-апрель айҙарында ситтән тороп көс һынашасаҡ. Улар мөмкинлекте баһалау һәм һөнәри компетенцияларҙы асыҡлау буйынса тестар үтәсәк. Һөҙөмтәләре буйынса объектив һәм шәхси отчет биреләсәк.
Артабан ярыш офлайнда уҙасаҡ. Яңы кешеләр менән командала эшләү, партнерҙар менән уртаҡ тел табыу, үҙ фекереңде дәлилләү - "soft skills" тигән белемдәр баһаланасаҡ.
Иң яҡшы конкурсанттар "Диалог" АНО-һының, власть органдарының матбуғат хеҙмәте кадрҙар резервына индереләсәк, ярыш партнерҙары компанияларында стажировка үтергә саҡырыласаҡ. Еңеүселәр һөнәри компетенцияларҙы асыҡлау өсөн МДУ менән әҙерләнгән уҡыу программаһы буйынса белем аласаҡ. Унан уларға Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге әйтелгән йүнәлеш буйынса сараларға юл асыласаҡ.