«Бөгөн 50 йыл эшләү дәүеремдә тәүге тапҡыр эшкә түгел, ә икенсе яҡҡа йүнәлдем. Хеҙмәтебеҙҙе күреп, лайыҡлы баһа биргәндәре өсөн үҙем һәм хеҙмәттәштәрем өсөн ҡыуанам. Артабан да ижад итергә, яҙышырға насип булһын. Журналистарҙың эше кешеләргә ярҙам итеү. Миңә әле һаман тыуған ҡалам Сибайҙан шылтыраталар, ярҙам һорайҙар. Кисә генә яҡташым хаҡындағы очеркты яҙып бөттөм», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында тағы ла бер хеҙмәттәшебеҙ «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Николаевич Голов та бар, ул да «РФ-тың атҡаҙанған журналисы» исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримовтың хеҙмәте Салауат Юлаев исемендәге орден менән билдәләнеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коллегаларыбыҙҙы тәбрикләп, шулай тине:
– Вячеслав Николаевич Голов, Салауат Ғайса улы Кәримов, Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова, Дан Кричевский Башҡортостан рухиәтен, мәҙәниәтен һәм мәғрифәтен байытыуға тос өлөш индерә.
Хеҙмәттәштәребеҙҙе юғары баһа алыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ, тағы ла бейегерәк үрҙәр яуларға насип булһын!