Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2021, 05:55

Ике юғары уҡыу йортон ҡушыу ике-өс йылға һуҙылыуы ихтимал

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин “Вести-Башкортостан” программаһына интервью биргәндә билдәләүенсә, берләштерелгән вузға, үҙ бюджетынан тыш, тағы өҫтәмә бер миллиард һум аҡса алыу мөмкинлеге бар. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереүгә бәйле.

Рәсәйҙә “Приоритет – 2030” программаһы ғәмәлгә ашырыла. Ошо тиҫтә йылда илдең ҙур университеты булған 30 төбәге һайлап алынасаҡ һәм улар көсәйтелгән тәртиптә финансланасаҡ (10 йылда – 750 миллиард һум).
“Это значит, что наш объединенный вуз к своему бюджету около 2 млрд рублей сможет получить дополнительно как минимум 1 млрд рублей. Если же мы не воспользуемся этой уникальной возможностью, то наши вузы будут финансироваться по остаточному принципу”, — тине Александр Сидякин.
Уның белдереүенсә, әле вуздарыбыҙҙың төбәктә үҙ-ара ярышыу мәле түгел. Улар ил кимәлендә студенттар өсөн ярышырға тейеш. Беҙ сит ил студенттарын да йәлеп итергә тейеш.
“При слиянии не предусматривается сокращений, наоборот — планируется привлекать больше студентов, а для них потребуется больше учителей”, – тип билдәләне Сидякин.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас