Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2021, 06:40

Һигеҙ команданың алтыһы билдәле булды

Кисә КХЛ-дың Көнбайыш конференцияһында плей-оффтың тәүге раундын үткән дүрт команда ла билдәле булды.

Шулай итеп, сирекфиналда ЦСКА командаһы «Локомотив» менән сәкәләшһә, СКА иһә, «Динамо» (Мәскәү) хоккейсыларына һынау тотасаҡ.
Көнсығышта эштәр көсөргәнешлерәк бара. «Аҡ барс» менән «Авангард» клубтары ғына беренсе раундты ауырлыҡһыҙ үтеп, буласаҡ дәғүәселәрен көтөп ята. Тәүгеһе «Торпедо»ны 4:1, Омск уйынсылары «Автомобилист» командаһын да 4:1 иҫәбенә отто. «Металлург» клубы «Барыҫ»ты үҙ майҙанында 5:1 иҫәбенә алдырып, хәҙер дөйөм серияла алға сыҡты. «Салауат Юлаев» хоккейсылары плей-оффтың беренсе осрашыуын «Трактор»ға ҡаршы уңышһыҙ башлап, ҡалған өсәүһендә лайыҡлы еңеү яуланы һәм бер аяғы менән сирекфиналға баҫты тиһәк тә була. Бөгөн улар Өфөлә бишенсе бәйгеһен уҙғарасаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас