“Автостат” аналитик агентлығы билдәләүенсә, республикала 39,8 мең кредит бирелгән. Был дөйөм рейтингта Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт- Петербург ҡалаһы, Татарстандан һәм Башҡортостан республикалары топ-5 исемлегендә.
2021 йылда урындағы автомобилдәр эшләү тармағына ярҙам итеү маҡсатында, ил ҡаҙнаһынан 16 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Уның 9 миллирад һумға яҡыны автмобилдәрҙе льготалы кредитлауға йүнәлтелә, тағы 3,8 миллиарды юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа льготалы лизинг программаһына бүленәсәк.