Өфөлә бер ойошма балта оҫтаһы булып эшләгән хеҙмәткәрен Менделеев урамындағы йорттоң козыректарын ҡарҙан таҙартырға мәжбүр итә. 58 йәшлек иргә, көрәгенең һабы ҡыҫҡа булғас, подъезд тәҙрәләренән һуҙылып эшләргә тура килә. Буйы етмәгәс, ул козырекка сыға һәм 2,5 метр бейеклектән йығылып төшә.
Уны ауыр хәлдә 21-се дауаханаға оҙаталар, ниндәйҙер ваҡыттан һуң ир йән бирә.
БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы был осраҡты тикшергәндән һуң, күп етешһеҙлек таба. Ҡар таҙатыу хеҙмәткәрҙең вазифаһына инмәй, эш тә тейешенсә ойошторолмаған, бейеклектә эшләү өсөн хәүефһеҙлек саралары ла үтәлмәгән.
Эш биреүсегә ҡарата административ эш ҡуҙғатылған. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар был ойошмала тикшереү уҙғара.
Фото: Т. Аманов