Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2021, 09:26

Ай ҡыҙы ҡунаҡҡа саҡыра

Ул һөйәрмәндәре өсөн иҫ киткес тамаша әҙерләй.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы актрисаһы Эльмира Юлдашева тәү тапҡыр ижад кисәһе үткәрә. 27 мартта үтәсәк тамаша - ул үҙенә күрә айырым спектакль.
"Монолог" - хис-тойғоларға, кисерештәргә бай һәм ҡатын-ҡыҙ асылын аңлатырҙай кисә буласаҡ. Сценарий авторы - Миләүшә Ҡаһарманова, тамашаның режиссеры Сулпан Асҡарова. "Ай ҡыҙы" сериалының йондоҙо Эльмира Юлдашеваны яңы образда күрергә теләһәгеҙ, ижад кисәһенә рәхим итегеҙ!
Читайте нас