Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2021, 08:54

Академтеатр "Ҙур гастролдәр" проектында ҡатнаша

Был проектты Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ҡушыуы буйынса "РОСКОНЦЕРТ" музыка һәм фестиваль программалары дирекцияһы тормошҡа ашыра.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры быйыл Бөтә Рәсәй берҙәм гастроль-концерт планы - "Ҙур гастролдәр" проектында ҡатнаша. Беҙҙекеләр үҙ спектаклдәрен Ҡырым республикаһына алып бара, шулай уҡ Ҡырым дәүләт драма театрын үҙ сәхнәһендә ҡабул итә.
"Ҙур гастролдәр" проекты илдең төрлө ҡалаларында йәшәүсе тамашасыларға милли сәнғәт һәм мәҙәниәт менән танышырға мөмкинлек бирә.
Читайте нас