Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2021, 11:36

Табылдылар ҙа, тик...

Салауат ҡалаһында сәйер шарттарҙа юғалған ирле-ҡатынлыны эҙләү туҡтатылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат ҡалаһынан ирле-ҡатынлы Елена һәм Юлиан Юдиндарҙың эҙһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Еленаның апаһы һөйләүенсә, кисә иртән атаһы сабыйҙарын балалар баҡсаһына алып барған, ә кисенә тәрбиәсе сабыйҙың өләсәһенә шылтыратҡан: уны ата-әсәһе килеп алмаған.
Яҡындары уларҙың ҡуртымға алып йәшәгән фатирына йүнәлгән, әммә йәштәр унда булмай сыҡҡан. Шылтыратыуҙарға яуап бирмәгәндәр. Йәштәрҙе хоҡуҡ һаҡсылары һәм ирекмәндәр эҙләне.
Бәхеткә күрә, төнгә ҡарай йәштәр имен-һау табылған. Тик улар насар кешеләрҙең ҡулына эләккән, тип хәбәр итә яҡындары. «Кемдәрҙер ныҡ итеп туҡмаған. Ни сәбәпле икәне әлегә билдәһеҙ. Тикшереү үткәрелә. Беҙгә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ», – ти Елена Юдинаның апаһы.
Фото: «Комсомольская правда» .
Читайте нас