Бөтә пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел такси, йөк транспорты өсөн Р-240 федераль трассаһының Өфө - Ырымбур өлөшөндә (125+000 - км 316+902) юл ябылды. Сәбәбе - насар һауа шарттары (көслө буран, күпләп ҡар яуыуы, юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе). Сикләү төшкө сәғәт дүрткә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Хәрәкәтте асыу ваҡыты насар һауа шарттарының дауам итеүенә (тамамланыуына) ҡарап үҙгәреүе ихтимал.
Юлда штаттан тыш хәлдәр булһа, «Урал буйы» идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәтенә +7(347) 286-07-18, +7917-046-79-53 телефондары буйынса хәбәр итергә була.