Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2021, 12:35

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары "айтишник"тарҙың ҡайҙа эшкә алынғандарын күҙәтәсәк

Беҙҙең институт-университеттар Рәсәйҙең башҡа ошондай уҡыу йорттары кеүек һанлы компетенциялар ярҙамында техник белгестәрҙе "нулдән" уҡытасаҡ, ҡайтанан кадрҙар әҙерләйәсәк һәм уҡыу программаларын үҙгәртәсәк.

Һанлы технологиялар белгестәре етешмәү проблемаһы илдә бик киҫкен тора. Был өлкәлә яҡынса 700 меңдән 1 миллионға тиклем эшләргә кеше кәрәк. Ошо сәбәпле һәр вуз "IТ-белгес" һөнәре буйынса үҙ өлкәһен табырға, актуаль программа тәҡдим итергә тейеш. Бынан тыш, һәр юғары уҡыу йорто был йүнәлештәр буйынса тамамлаусыларҙың ҡайҙа эшкә урынлашыуын күҙәтергә бурыслы буласаҡ.
Быларҙың барыһын да Иннополиста уҙған "Киләсәк өсөн кадрҙар" кәңәшмәһе аҙағында Рәсәйҙең вице-премьеры Дмитрий Чернышенко еткерҙе.

"Бар йүнәлештәр өсөн һанлы белем биреү модулдәре һәм стандарттар уҡытыуҙың киләһе циклына тиклем эшләнергә тейеш", - тине вице-премьер. - Был ҡатмарлы һәм амбициялы бурыс, уны үтәп сығыу еңел булмаясағын беҙ беләбеҙ. Тик быны илебеҙ президенты ҡушты. "Сайҡалырға" ваҡыт юҡ, - тине Дмитрий Чернышенко.

Бынан тыш, һәр уҡыу йортонда һанлы трансформация буйынса проректор вазифаһы булдырыласаҡ.


Читайте нас