Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2021, 07:07

«Ошо бәхет түгелме ни?»

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев ҡатынына «Мерседес» бүләк иткән.

Омск фажиғәһендә аяҡһыҙ ҡалған билдәле блогер Рөстәм Нәбиев һөйөклө ҡатыны Индираға ҡыйбатлы «Мерседес» бүләк иткән. Блогер был ваҡиғанан оло байрам яһаған: ҙур залды ҡуртымға алған, яҡындарын, дуҫтарын саҡырған. Ҡунаҡтар араһында билдәле йырсылар Радик Юлъяҡшин менән Әнүәр Нурғәлиев та бар. Улар ҙур булмаған концерт менән сығыш яһаған, ә кисә һуңында залға затлы бүләкте сығарып ултыртҡандар.
– Минең берҙән-берем, беҙҙең хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырҙы. Барлыҡ яҡындарыбыҙ яныбыҙҙа. Ошо бәхет түгелме ни? Хоҙайыма шәп бүләк өсөн рәхмәт. Рөстәм – һин минең ғорурлығым һәм мөхәббәтем. Беҙҙең менән булған һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм, – тип яҙа Индира үҙенең Инстаграм битләүендә.
Фото : Т. Аманов
Читайте нас