Эйе, фотонан ҡарап аңлағанһығыҙҙыр – бөгөн Барби ҡурсағы тыуған көн. Уны 1959 йылдың 9 мартында тәүге тапҡыр күргәҙмәгә ҡуялар һәм өс долларға һаталар. Ҡыҙҙарға бик оҡшай һәм тиҙ арала барыһының да яратҡан ҡурсағына әүерелә. Рәсәйгә генә һуңғараҡ килеп етә. Әлеге йәш быуында Барбиһы булмаған ҡыҙҙарҙы табыуы ауырҙыр.
Барбиҙың авторы – Рут Хэндлер. Ул Барбара исемле ҡыҙына бүләк эшләргә теләй. Шул мәлдә Швейцарияла Лилли тигән бәләкәй генә ҡатынды күреп ҡалып һоҡлана ла, уға оҡшатыңҡырап ҡурсаҡ яһарға ултыра. Тәүге Барби ҡатын-ҡыҙға тартым була: оҙон сәсле, сағыу макияжлы, купальник кейгән... Артабан иһә һары сәсле йәш ҡыҙ итеп яһала. Әлбиттә, кейемдәре лә иҫ киткес күп була. Уға күлдәкте билдәле Ив Сен-Лоран, Жан Поль Готье кеүек мода йорттары тегә, ювелирҙар муйынсаҡтар эшләй.
Барбиҙың Кен исемле “егете” лә барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ – тағы ла күп дуҫы, машиналары, йорттары. Торараҡ Барбиҙың ҡул-аяҡтары һығылмалыға әүерелә, керпеген дә елпергә өйрәнә, бәғзеләре һөйләшә лә белә.
Баҡһаң, уның балауыҙ һыны Мадам Тюссоның музейында ла бар икән.