Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Иваново ҡалаһына эш сәфәре менән бара, шул ваҡытта уны халыҡ уратып ала, һорауҙар биреп, үҙҙәренең проблемаларын һөйләйҙәр. Юлиә Шилова исемле ҡыҙ Путиндан кәләш итеп алыуын һорай.
Президент: «Яҡшы тәҡдим, ҙур рәхмәт», — тип яуаплай, унан ҡыҙҙың исемен һорай. Юлиә Путинға үҙенең ике фотоһүрәтен һәм телефон номерын бирә. Аҙаҡтан дәүләт башлығы: «Иваново ҡалаһын кәләштәр ҡалаһы тип атайҙар. Миңә ҡыҙҙар үҙҙәре үк тәҡдим яһаны», — тип белдерә.
Бөгөн 28 йәшлек ҡыҙ ошо арҡала бик популяр булып киткән икән. Ул интернетта үҙенең блогын алып бара, артынан йүгереүсе егеттәр ҙә артҡан. Тик береһе лә ҡыҙҙың йөрәген яулай алмаған. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул миңә шылтыратманы. Уның көслө ихтыярлы, маҡсатҡа ынтылыусан булыуы миңә оҡшай», — тип һөйләй Шилова.