Көнсығыш конференцияһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» командаһы быға тиклем үҙ майҙанында «Трактор» менән ике уйында бәрәр еңеү яулап, өсөнсөһөндә Силәбелә урындағы клуб менән осрашты һәм уларҙы 4:0 иҫәбенә отоп, серияла алға сыҡты. Голдарҙы юлаевсыларҙан Кадейкин, Гранлунд, Хохряков һәм Солодухин индерҙе.