Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Март 2021, 16:25

Большунов йәнә «алтын»һыҙ ҡалды…

Германияла уҙған саңғы спортының һуңғы ярыш көнөндә ир-аттар 50 саҡрым араға уҙышты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй командаһы лидеры Александр Большунов финишҡа етерҙә Норвегия командаһы лидеры Йоханнес Клебо менән төртөлөп, таяғын һындыра һәм һөҙөмтәлә тик өсөнсө булып финишҡа килә. Беҙҙең спортсы ярыштан һуң күҙ йәшен йәшермәй, оҙаҡ ваҡыт тыйыла алмай финиш һыҙығы янында ултыра… Йәл. Марафон ярышында ла спринттағы кеүек, бәйге бик көсөргәнешле үтте.
Шулай итеп, Рәсәй командаһы бер алтын. ике көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Большунов үҙе генә бер «алтын», бер «көмөш» һәм ике «бронза»лы булды.
Фото: ТАСС.
Читайте нас