Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Март 2021, 08:38

Бөгөн телефон аппаратының тыуған көнө

Беҙҙең арабыҙҙа стационар телефон менән ҡулланыусылар күпме икән?


1876 йылдың 7 мартында уйлап табыусы Александр Белл телефон аппаратына патент ала. Баҡһаң, ошо көндә үк Э.Грей исемле икенсе ғалим да телефонға оҡшаш аппараттың патентын алыуға ғариза бирә. Был кешеләр бер-береһе менән таныш булмай. Александр Белл ғаризаһын ике сәғәткә алдараҡ тапшыра, шул рәүешле конкурентын уҙып китә һәм дан-шөһрәткә күмелә. Бөгөн уның асышына күптәр рәхмәтлелер. Билдәле булыуынса, тәүге аппарат сирек саҡрым арала ғына тауыш тапшырыу мөмкинлегенә эйә була. Һуңыраҡ радиотапшырғыс уйлап табалар һәм аппараттың мөмкинлектәре артҡандан-арта.
Ике йыл үткәс, Томас Эдисон телефонға индукция катушкаһы өҫтәй, ул тауыш тапшырыу арауығын оҙонайта. Ә ете йылдан урыҫ ғалимы Павел Голубицкий тәүге телефон станцияһын уйлап таба – тап шул саҡта тәүге абоненттарға нигеҙ һалына. 1898 йылда Европала иң оҙон элемтә линияһы булдырыла, ул Рәсәйҙең ике баш ҡалаһын тоташтыра.
Бөгөн иһә беҙ кеҫә телефоны ярҙамында бөтә донъя менән бәйләнешкә сыға алабыҙ. Ә арабыҙҙа стационар телефон менән ҡулланыусылар күпме икән?
Фото: Т. Аманов
Читайте нас