Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Март 2021, 09:45

Артистар ҡатын-ҡыҙҙарға сәскә бүләк итте

Иртәгә буласаҡ матур байрам алдынан баш ҡалала бик матур акция уҙҙы. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының артистары мәҙәниәт усаҡтары алдында урамдан үткән ҡатын-ҡыҙҙарға ләләләр бүләк итте. Шулай итеп улар бөтә илдә иғлан ителгән "Һеҙгә, һөйгәндәребеҙ!" акцияһына ҡушылды. ⏬

Гүзәл заттарҙы БР-ҙың атҡаҙанған артистары Салауат Нурисламов, Дмитрий Гусев һәм Ильяс Хәсәншин, Заһир Яруллин ҡыуандырҙы.
Читайте нас