Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2021, 09:46

Юл фажиғәләре - 5 март

Кисә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 19 кеше йәрәхәтләнгән.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртән Архангель районында тимер юлы аша сыҡҡан саҡта "Лада Калина" рельс автобусына барып бәрелгән.
"Лада"ның 57 йәшлек водителе менән уның пассажиры, 65 йәшлек ҡатын, үлемесле яраларҙан шунда уҡ йән биргән. Ҡатындың 39 йәшлек улы ла салонда булған, ул ауыр хәлдә дауаханала ята.
Билдәле булыуынса, водитель, светофорҙың тыйыу сигналына ҡарамаҫтан, переезд алдында туҡтап торған башҡа автомобилдәрҙе урап үтеп, тимер юл аша үтеп китергә самалаған...
Шулай уҡ кисә яҙыуыбыҙса, көндөҙ сәғәт дүрттәрҙә Әбйәлил районында, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автоюлының 94-се саҡрымында, Баймаҡ районынан 21 йәшлек егет идара иткән ВАЗ-21102 менән Силәбе өлкәһенән 73 йәшлек ир идара иткән УАЗ "Патриот" машиналары бәрелешкән.
ВАЗ-дың пассажиры, 25 йәшлек ҡыҙ, шунда уҡ һәләк булған. Тағы ике пассажирға, 48 йәшлек ҡатын менән ике йәшлек балаға, медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Тәүлек эсендә 2800-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 56 иҫерек водитель тотолған.
Байрам көндәрендә профилактик рейдтар дауам итәсәк.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас