Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2021, 10:15

Үәт, "эшҡыуарҙар", әй...

Өфөлә ике егет реклама баннерҙарын урлап, металлоломға тапшырып, аҡса эшләгән. Зыян күләме 600 мең һумдан ашыу.

25 һәм 26 йәшлек егеттәр «ГАЗель» машинаһында ҡала буйлап йөрөп, реклама баннерҙарының алюмин панелдәрен алғанда, яҡтылыҡ сағылдырыусы жилет кейгән, шуға бер кемдә лә шик тыуҙырмаған.
Уларға ҡарата енәйәт эше асылған. Тикшереү дауам итә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас