Баймаҡ таланты, башҡорт эстрадаһының иң романтик йырсыһы Рәфис Сирусин 8 Март көнө концерт ҡуя. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үтәсәк тамашала йырсы гүзәл заттар өсөн иң матур, иң моңло йырҙарын башҡарасаҡ.
"Иң матур бүләк- йыр!" - ти Рәфис. Концерттың режиссеры - Сулпан Асҡарова, унда йырсының ижадташ дуҫтары һәм бер туған ҡустыһы Алмас Сирусин ҡатнаша.
Байрам көнөн хисләнеп, ҡанатланып һәм Рәфис Сирусин йырҙарын тыңлап үткәрергә теләһәгеҙ, концертҡа рәхим итегеҙ!