Уның фекеренсә, йәй айҙарында эшләү физик яҡтан да, психологик яҡтан да ауырға тура килә. Айырыуса хроник сире булған граждандарға...
«Хеҙмәт хаҡын кәметмәйенсә, 60 йәштән өлкәнерәк хеҙмәткәрҙәр өсөн эҫе йәйге айҙарында эш көндәрен бер сәғәткә ҡыҫҡартыуығыҙҙы һорайым», – тип белдергән ул. РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әле уның мөрәжәғәтенә яуап бирмәгән.
Бынан алда Министрҙар кабинетынан пенсия йәшен кәметеүҙе һоранылар. Атап әйткәндә, проект авторҙары ир-егеттәрҙең пенсия йәшен 61 йәшкәсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын 56 йәшкәсә кәметергә тәҡдим иткәйне. Әммә уны хаҡлы ялдағыларҙың йыллыҡ индексацияһына насар йоғонто яһаясаҡ тип кире ҡаҡтылар.