Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2021, 19:05

Хартикайнен юлаевсыларға еңеү килтерә

Хоккей буйынса плей-оффтың икенсе осрашыуында «Салауат Юлаев» командаһы «Трактор» клубын өҫтәмә ваҡыттың 73-сө минутында ғына алдырып, кәрәкле еңеү яуланы.

Был осрашыуҙа ла уҙғанындағы һымаҡ, ҡунаҡтар иҫәпте аса. Икенсе осорҙа юлаевсылар Картаев һәм Хартикайнендың тырышлығы менән иҫәпте тигеҙләп, алға сыға. Тик Силәбе уйынсылары һуңғы осорҙа уйынды ҡотҡарып ҡала һәм бәйге овертаймға күсә. Бында ла хужалар күп ваҡыт ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына ҡурҡыныс янай әммә уңышҡа өлгәшә алмай. Әлеге лә баяғы финдарҙың тырышлығы менән еңеү шайбаһын индереп, дөйөм иҫәпте тигеҙләй. Уңышҡа йәнә Хартикайнен өлгәшә. Хәҙер бәйге Силәбегә күсә.
фото: ТАСС.
Читайте нас