– Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәс, элек бик күп матбуғат баҫмаһын алдырҙыҡ. Хәҙер, хаҡлы ялға сыҡҡас, хаҡтары ла ныҡ ҡиммәтләнгәс, «Йәшлек», «Башҡортостан ҡыҙы», «Көнгәк» район гәзитен генә алдырабыҙ. Ваҡытлы матбуғаттың интернеттағы варианттарын да ҡарап барам. «Йәшлек»тең бер битен дә ҡалдырмай уҡып сығам. Беҙҙең өсөн йәшәйеш, сәләмәтлек тураһында яҙылғандар ҡыҙыҡ. Хикәйәләр оҡшай. Телевизорҙан яңылыҡтарҙы ишетеп кенә ҡалаһың, гәзиттән уҡыһаң, нығыраҡ аңлашыла, ҡабат-ҡабат уҡып сығырға мөмкин, – ти ул, гәзит тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашып.