Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2021, 16:30

Дүрт мөмкинлектән, дүрт еңеү!

Иртәгә Германияла барған саңғы спорты буйынса донъя чемпионаты ир-аттарҙың марафоны менән тамамланасаҡ.

Ә инде бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар 30 саҡрым араға уҙышты. Норвегияның билдәле саңғысыһы Тереза Йохауг был юлы ла береһенә лә алдынғылыҡты бирмәй, ошо уҙған беренселектә генә бар уйнатылған алтын миҙалға эйә булып, дүрт тапҡыр еңеүсе булып танылды. Хәҙер ул донъя беренселегенең 14 тапҡыр чемпионы булып һынала. Унан тыш, донъя кубогы этаптарында 77 тапҡыр еңеүсе лә булып танылған. Ҡот осҡос… Ә инде Рәсәй командаһынан марафонда ҡатнашҡан Татьяна Сорина – 9-сы, Яна Кирпиченко – 12-се, Мария Истомина – 20-се һәм Алиса Жамбалова 31-се булып финишҡа килде. Шулай итеп Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары эстафетала ғына көмөш миҙал яулай алды.
Фото: ТАСС.
Читайте нас