Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2021, 10:34

«Был юлдың һәр метры таныш миңә...»

Йыл аҙағына тиклем республиканың төп трассаларына 800 камера ҡуясаҡбыҙ. Миңә үпкәләп ҡуймаһындар. Был ата-әсәләр өйҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн, балаларын ҡосағына алып, шатланып йәшәһен өсөн эшләнә.Туризмға килгәндә, юл буйы сервистары етмәй беҙҙә. Әлеге ваҡытта 68 тирәһе сервис эшләй, барыбер аҙ. Был эш менән шөғөлләнәсәкбеҙ.Һоро төҫтәге юл билдәләре тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра, күңелгә ята. Был беҙҙең туристик республика булыуыбыҙ хаҡында һөйләй бит.Һүҙемде тамамлап, шуны әйткем килә. Миңә был юлдың һәр метры, һәр бер боролошо таныш. Уҡыусы булғанда, студент йылдарымда ошо юлдарҙан ҡайтып йөрөй инем. Шуға күрә һәр ир-егеткә рулгә ултырырға һәм ғаиләңде алып тыуған яҡтарыңа ҡайтырға кәрәк. Үткәндәр тураһында уйланып алырға һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуйырға мөмкин.Радий Фәрит улы артабан ҡайҙа барыр икән? Күҙәтәбеҙ...

Фото: belizv.rbsmi.ru
Читайте нас