Халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда үткән конкурста 16-35 йәшлек телгә маһир йәштәр ҡатнашты. Гөлназ Үтәгәнова(Өфө), Артём Хрыкин (Мәләүез районы), Камилла Воронина (Өфө), Эльвина Гурьянова (Өфө), Гөлшат Солтанморатова (Өфө), Александра Данилова (Фёдоровка районы), Әлиә Шиһапова (Ишимбай), Айһылыу Дауытовалар (Ишимбай районы) төрлө номинацияла еңеү яуланы. Еңеүселәрҙең һәм ҡатнашыусыларҙың сығышын онлайн форматта мәҙәниәт порталында ҡарарға мөмкин.