Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2021, 12:45

6 март — Бөтә Рәсәй тәмлетамаҡтар көнө

Тәмле ашарға яратҡандарҙың да үҙ байрамы бар икән. Әлбиттә,ул рәсми түгел, шулай ҙа был байрамды күптәр билдәләр тип уйлайбыҙ.Һеҙҙең иғтибарға башҡорт милли аш-һыуҙарынан бер рецепт. Илгиз Ишбулатовтан телде йоторлоҡ тәмле лә, файҙалы ла буҙа рецепты менән сайтта танышығыҙ ⏬


✅3 литрлыҡ һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менан һоло онтағы һалып, 5-10 минут ултыртып ҡуйырға.

✅Талғын утта 1 сәғәт ҡайнатырға.

✅Бер ҡалаҡ аҡ май һалырға, туҡтауһыҙ болғап торорға.

✅Бер сәғәт үткәс, ошо кеҫәл һымаҡ ҡатнашманы иләк аша һөҙөргә һәм һыуытырға. (Сифатлы булһын тиһәгеҙ, һыуытыу мотлаҡ!)

✅Һыуыған ҡатнашмаға 1-2 стакан ҡымыҙ һәм 1 стакан шәкәр ҡомо өҫтәргә. Ҡымыҙ өҫтәлгәс, йылы урынға төрөп кенә ултытып ҡуйырға һәм тағы бер көн көтөргә.


Түҙемле булһағыҙ, башҡорт милли эсемлеге- телде йоторлок буҙа әҙер тигән һүҙ.

Әйткәндәй, икенсе тапҡыр эшләгән саҡта, ошо буҙанан бер стакан баш ҡалдырығыҙ.


«Ул саҡта икенсе буҙа тағы ла шәберәк була», — ти буҙа эшләү оҫталары. Был рецептты ғүмер буйы буҙа ҡайнатҡан, инде хәҙер был эсемлекте күзен йомған килеш тә телеңде йоторлоҡ итеп эшләй алған инәй бирҙе.
Читайте нас