Кисә Әбйәлил районының Амангилде ауылы янында ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе теркәлә. БР ЮХХДИ-һының мәғлүмәте буйынса, Баймаҡ–Сермән юлының 94-се саҡрымында «ВАЗ-2110» автомобиле тайып китә һәм ҡаршы һыҙаттан килгән «УАЗ Патриот» машинаһына бәрелә. Тәүге машинаға 21 йәшлек кенә егет идара итә, икенсеһенә – 73 йәшлек ир.
Еңел машиналағы 25 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була, шулай уҡ 48 һәм 2 йәшлек пассажирҙар дауаханаға оҙатылған. Инспекторҙар әйтеүенсә, бала автокресло ярҙамында иҫән ҡалған.
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 12 авария теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, 19-ы төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Мәрхүмәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...