Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2021, 13:17

Сибайҙар рухлы тамаша әҙерләй

Сибай дәүләт башҡорт драма театрында «Урал бөркөтө» исемле спектакль өҫтөндә эшләй башлағандар.

Ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов етәкселегендә бара. Спектакль Наил Ғәйетбаевтың «Муса Мортазин» пьесаһына нигеҙләнеп ҡуйыласаҡ.
Тамаша легендар комбриг, күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала. Музыкаһын билдәле композитор Нур Дауытов яҙа. Сценографияһын С. Әфләтунов, Л. Ғарипова, Ю. Сиражетдинова әҙерләй. Төп ролдәрҙә Б— ашҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова, Зифа Баязитова, республиканың атҡаҙанған артистары Урал Зәйнуллин, Венер Сөнәғәтов; артистар Нафис Сәйетов, Юнир Мансуров, Айгөл Зәйнуллина, Залина Усманова, Нәфисә Мәжитова Юлиә Мөхәмәтйәнова, Вадим Ғилманов, Салауат Вәлиев, Резеда Сафиуллина.
Читайте нас