Был Булаттың тәүге еңеүе түгел. Әле уҡыусы ғына булыуына ҡарамаҫтан, ул ил, халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә еңеү яулап өлгөргән. Австрияла уҙғарылған халыҡ-ара музыка конкурсында ул уҡытыусыһы Айнур Искәндәров менән ҡатнаша һәм беренсе урынға лайыҡ була. «Башньюс» порталы мәғлүмәте буйынса, конкурс интернет киңлектәрендә үткәрелгән, ҡатнашыусылар видеоматериал ярҙамында баһаланған.
Айнур Искәндәров – Күгәрсен районының Мораҡ ауылы егете. 7 йәшлек сағынан баяндан айырылғаны юҡ. Ул да мәктәп йылдарында уҡ музыканан уҡытҡан атаһынан бөтә көйҙәрҙе өйрәнеп ала, республика конкурстарында еңеү яулай. Күренекле композитор Заһир Исмәғилев буласаҡ баянсының һәләтенә юғары баһа бирә. Бөгөн Айнур Әхмәт улы Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбен етәкләй, балаларҙы баян серҙәренә төшөндөрә.